Егеткә. Салауат Юлаев.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осор ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы - ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул.
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға.